Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы

Просмотров: 357

СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы [3.4.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Текән а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) – 27.7.2000, БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Сорғолдо а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се удар армия 230‑сы уҡсылар див. 988‑се уҡсылар полкының взвод ком. ярҙамсыһы сержант С. 1945 й. 24 апр. Берлин янында Шпрее й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Тәтешле р‑нының С.М.Киров ис. к‑зында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Тәтешле р‑нының Үрге Тәтешле а. урамға С. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019