Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙӘРҒӘЛИЕВ Барый Сәйәрғәли улы

Просмотров: 607

СӘЙӘРҒӘЛИЕВ Барый Сәйәрғәли улы [12.12.1907, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) – 1964, Өфө], тел белгесе. Филол. ф. канд. (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) 1941 й. тиклем Дәүләкән пед. уч‑щеһында, 1945 й. алып Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951–64 йй. ТТӘИ хеҙм‑ре. Башҡортса‑урыҫса (1958) һәм урыҫса‑башҡортса (1964) һүҙлектәрҙе төҙөүселәрҙең береһе. “Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр” (1960) хеҙмәте авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019