Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙӘСИ РЕПРЕССИЯЛАР

Просмотров: 397

СӘЙӘСИ РЕПРЕССИЯЛАР, С т а л и н р е п р е с с и я л а р ы, 1930 йй. –50‑се йй. башында СССР‑ҙа айырым граждандарҙы, соц. төркөмдәрҙе, синыфтарҙы һәм халыҡтарҙы сәйәси енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп үткәрелгән; дәүләт органдары тарафынан тормошҡа ашырылған. Коллективлаштырыу осоронда башланған. Башҡортостанда 25,5 мең крәҫтиән хужалығы кулакка сығарылған (ҡара: Кулактар), РСФСР Енәйәт кодексының 58‑се статьяһы (советтарға ҡаршы эшмәкәрлек) б‑са 22,5 мең крәҫтиән репрессияға дусар ителгән, 32 меңгә яҡын кеше Себергә һәм илдең төньяҡ райондарына һөрөлгән (ҡара: Сәйәси һөргөн), 30 меңгә яҡын кеше махсус ҡасабаларға урынлаштырылған. 1929–30 йй. ҡышында иген әҙерләү һәм коллективлаштырыу барышын өҙгән өсөн руханиҙарға ҡарата репрессия башлана (ҡара: Православие руханиҙары, Мосолман руханиҙары). Мәсет һәм сиркәүҙәр ябылған, мөхтәсибәт һәм мәхәлләләр бөтөрөлгән. С.р. дусар ителергә тейешле кешеләр исемлеге партия һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан һәр район һәм ҡала б‑са алдан төҙөлгән. Яза биреү т‑да ҡарар суд һәм судтан тыш органдар – Берләштерелгән баш сәйәси идаралыҡтың (ББСИ) Башҡ‑н өлкә бүлексәһе эргәһендәге “тройка” һәм район “тройкалары” тарафынан сығарылып, уның составына ББСИ‑ның район бүлексәһе етәксеһе, район советы башҡарма ком‑ты рәйесе һәм район прокуроры ингән. 1931 й ғин.–мартында БАССР ББСИ эргәһендәге “тройкалар” тарафынан 2878 кеше хөкөм ителгән, шуларҙың 143‑ө атылған, 1587‑һе концлагерға бикләнгән, 1082‑һе һөргөнгә ебәрелгән. СССР ҮБК һәм ХКС‑ының 1932 й. 7 авг. “Дәүләт предприятиелары, колхоз һәм кооперативтарҙың милкен һаҡлау һәм йәмәғәт (социалистик) милкен нығытыу тураһында” ғы ҡарарына ярашлы (ҡара: Крәҫтиәндәр) БАССР‑ҙа 5391 кеше хөкөм ителгән, шуларҙың 193‑ө атылған. 1933 й. ғин. С.р. үткәреү өсөн МТС һәм совхоздар эргәһендә махсус органдар – сәйәси бүлектәр ойошторолоп, улар Мәскәүҙән һәм үҙәк өлкәләрҙән ебәрелгән партия ағзаларынан торған. 1934 й. контрреволюцион енәйәттәрҙе тикшереү өсөн Эске эштәр ХК эргәһендә Махсус кәңәшмә һәм Эске эштәр ХК‑ның махсус коллегиялары (махсус судтар) булдырыла. 1937–38 йй. С.р. айырыуса киң ҡолас ала (“оло террор”). И.В.Сталиндың 1937 й. февр. – мартында үткән ВКП(б) ҮК пленумындағы, социализмға барған һайын синфи көрәш киҫкенләшә бара, тигән тезисты үҫтергән сығышынан һуң “халыҡ дошмандары” н фаш итеү б‑са кампания йәйелдерелә. ВКП(б) Башҡ‑н өлкә ком‑тының 1937 й. окт. А.А.Жданов етәкс. үткәрелгән пленумынан һуң 274 кеше (өлкә ком‑т составының яртыһы һәм БашҮБК ағзаларының өстән бере), ш. иҫ. З.Ғ.Булашев, Я.Б.Быкин, Ә.Р.Иҫәнсурин, Р.В.Әбүбәкеров һ.б., репрессияланған. Күп кенә фән, мәҙәниәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре (Ғ.Ф.Вилданов, Ғ.Д.Дәүләтшин, В.Мортазин‑Иманский, Д.Юлтый һ.б.), комсомол башлыҡтары, уҡытыусылар, хужалыҡ хеҙм‑рҙәре “буржуаз милләтселек”тә, “вәлидовсылыҡ” та, “солтанғәлиевщина”ла (ҡара: “Мариҙар эше”, Солтанғәлиев эше) ғәйепләнеп, репрессияға дусар ителгән. Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек (Ә.Ә.Бейешев, Ю.Ю.Бикбов, Х.Й.Йомағолов, Х.Ҡ.Ҡушаев, М.Л.Мортазин, М.Д.Халиҡов һ.б.) репрессия ҡорбаны булған. БАССР‑ҙа С.р. йылдарында сәйәси енәйәттәрҙә ғәйепләнеп, 50293 кеше атыуға йәки төрмәгә ябыуға хөкөм ителгән. Репрессия ҡорбандарының күпселеген соц. сығышы б‑са – крәҫтиәндәр, эшселәр, руханиҙар, зыялылар; милли сығышы яғынан урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, украиндар, мариҙар һ.б. тәшкил иткән. Күпләп С.р. үткәреү Сталиндың үлеменән һуң туҡталған. 1953 й. 27 мартында СССР ЮС‑ы Президиумының “Амнистия тураһында” указы сыға. Баш‑баштаҡлыҡты тамырынан ҡоротоу һәм законлылыҡты нығытыу б‑са саралар комплексы эшләнгән, ЭЭМ эргәһендәге Махсус кәңәшмә юҡҡа сығарылған, сәйәси ғәйепләү эштәре б‑са ғәҙәттән тыш тәртип бөтөрөлгән, дәүләт именлеге органдары партия һәм дәүләт тарафынан күҙәтеүгә алынған, прокурор күҙәтеүе үҙ хоҡуҡтарында тергеҙелгән. 50‑се йй. уртаһынан ғәйепһеҙгә хөкөм ителгәндәрҙе аҡлау башлана. 1988 й. 11 июлендә КПСС ҮК Сәйәси бюроһының “30–40‑сы йылдарҙа һәм 50‑се йылдар башында нигеҙһеҙ репрессияға дусар ителгәндәрҙе аҡлау эшен тамамлау буйынса өҫтәмә саралар тураһында”ғы ҡарары ҡабул ителә. СССР ЮС‑ы Президиумының 1989 й. 16 ғин. Указы м‑н Эске эштәр ХК “тройкалары”, ББСИ коллегиялары һәм Эске эштәр ХК – Дәүләт именлеге министрлығы – СССР ЭЭМ‑ының махсус кәңәшмәләре тарафынан сығарылған судтан тыш ҡарарҙар көсөнән сығарыла. Ошо органдар тарафынан репрессияға дусар ителгән граждандарҙың исемдәре аҡланған иҫәпләнә. “Сәйәси репрессия ҡорбандарын аҡлау тураһында” (1991) РСФСР законы, “Башҡортостан Республикаһында сәйәси репрессия ҡорбандарын социаль яҡлау тураһында” (2005) БР закондары ҡабул ителгән. БР‑ҙа башҡарма власть органдарында исеме аҡланған сәйәси репрессия ҡорбандарының хоҡуҡтарын тергеҙеү б‑са республика, ҡала һәм район комиссиялары эшләй, Сәйәси репрессия ҡорбандары ассоциацияһы ойошторолған (1991). Өфөлә сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл ҡуйылған (2000); “Башҡортостан Республикаһының сәйәси репрессия ҡорбандары иҫтәлеге китабы” (“Книга памяти жертв политических репрессий Республики Башкортостан”; 1997 й. алып) нәшер ителә. РФ‑та 30 окт. – Сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө (1991).

Әҙәб.: Возвращённые имена. Уфа, 1991; Трудный путь к правде. Уфа, 1997.

Ғ.Р.Ғарипова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019