Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘКӘНТАМАҠ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 345

СӘКӘНТАМАҠ, Шаран р‑нындағы ауыл, Түб. Зәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 216 кеше; 1920 – 239; 1939 – 350; 1959 – 317; 1989 – 187; 2002 – 142; 2010 – 78 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1742 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар һәм типтәрҙәр урынлашҡан). 1731 й., 1816 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмдәре килеп урынлаша. Шулай уҡ Ҡо(у)лсубай, Сәкәйтамаҡ, Сәкмән‑Тамаҡ‑Ҡолсубай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 34 кеше йәшәгән, 1865 й. 23 йортта – 94 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019