Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛӘМ Ғәлимов

Просмотров: 910

СӘЛӘМ Ғәлимов (ысын исеме Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы; 18.1.1911, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Тәгеш а., хәҙ. Силәбе өлк. Сосновка р‑ны Оло Тәгеш а., — 19.7.1939, Ленинград), шағир. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1928 й. алып Арғаяш кантоны мәктәптәрендә уҡыта, 1930—33 йй. “Башҡурдистан” (ҡара: “Башҡортостан”) гәз. хеҙм‑ре, 1937—38 йй. Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда (Өфө) эшләй. “Хәүеф” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1932 й. сыға. С. шиғриәтенә юғары гражданлыҡ пафосы, ялҡынлы публицистика һәм тәрән лиризм, жанр һәм тематика төрлөлөгө, интонацион‑ритмик экспрессивлыҡ хас. “Республика иртәһе” шиғырында, “Өс йыр” (1935), “Шоңҡар” (1936), “Бала” (1939) һ.б. поэмаларында шағир йәшәгән осорҙоң бөйөклөгө тасуирлана, уның характерлы һыҙаттары, шәхес м‑н халыҡтың, Ватандың үҙ‑ара мөнәсәбәттәре асыла. “Ҡыҙыл букет”, “Һүҙҙәр һәм эштәр”, “Синьор һәм балалы ҡатын” һ.б. балладалары пацифистик характерҙа яҙылған. “Поезда булған ваҡиға”, “Крәҫтиән субы”, “Беҙ ҡасандыр яҡын дуҫтар инек” сатирик һәм юмористик шиғырҙарында мещанлыҡ, наҙанлыҡ, артта ҡалғанлыҡ фашлана. Балалар өсөн “Ни өсөн бесәй ҙур бәләгә ҡапты” (1941, урыҫса тәржемәһе 1969) китабы, индустриялаштырыу һәм яңы тормош төҙөүгә арналған публицистик мәҡәләләр авторы. Әҫәрҙәре урыҫ һәм татар телдәренә тәржемә ителгән. А.С.Пушкиндың “Сиғандар” (“Цыгане”) поэмаһын, М.А.Светлов- тың “Гренада” шиғырын һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. С. “Салауат” (1938; Б.Бикбай м‑н берлектә) пьесаһы Башҡорт драма театрында ҡуйылған. Уның шиғырҙарына А.К.Кукубаев “Республика иртәһе” (“Утро Республики”, 1989) ораторияһын ижад иткән. С. “Бабсаҡ менән Күсәк”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Ҡуңыр буға” эпостар варианттарын һәм башҡ. фольклорының башҡа әҫәрҙәрен яҙып алған. “Башҡорт совет халыҡ йырҙары” (1939) китабының автор‑төҙөүсеһе. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы делегаты (Өфө, 1934). С. исеме м‑н тыуған ауылында, Өфөлә урамдар аталған. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты 1967 й. уның ис. премия 18 「oбулдыра (1990 й. тиклем бирелгән). һаулығын нығытыуға булышлыҡ итеү үҙәге төбәк моделе (Т.Б.Хәйретдинова, Әхмәрова), 90‑сы йй. аҙ. БР уҡыусыларын гигиеник тәрбиәләү һәм С.й.р. формалаштырыу б‑са респ. программаһы эшләнә һәм индерелә (И.М.Харисова, Әхмәрова); “Матур мәктәп” Халыҡ‑ара конкурс‑фестивалендә (Р.М.Әсәҙуллин), инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең интеграция программаһында (Хәйретдинова) ҡатнашалар. 2010 й. БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан “Башҡортостан Республикаһы халҡында, алкоголь, тәмәке ҡулланыуҙы кәметеү һәм наркоманияға ҡаршы көрәште индереп, 2011—2015 йй. сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу” Респ. маҡсатлы программаһы эшләнә, уға ярашлы БР‑ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мед. иҫкәртеү хеҙмәте эшмәкәрлеге камиллаштырыла, уҡыу йорттарында валеологик тәрбиә (ҡара: Валеология), С.й.р. формалаштырыу б‑са сараларҙы ойоштороу‑методик тәьмин итеү программалары, насар ғәҙәттәрҙе, С.й.р. мәсьәләләрен киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мониторингы системалары һ.б. эшләнә һәм индерелә. Республикала сәләмәтлек, сәләмәт туҡланыу, наркоманияны иҫкәртеү һ.б. үҙәктәр бар; “Наркотикһыҙ ҡала” (2001 й. ойошторолған), “Әсәләр наркотиктарға ҡаршы” (2003) һ.б. йәмәғәт ойошмалары эшләй. Йыл һайын физкультура‑һауыҡтырыу комплекстары, йөҙөү басс., боҙ һарайҙары һ.б. спорт ҡоролмалары файҙаланыуға тапшырыла. Республика халҡында С.й.р. формалаштырыр өсөн шарттар булдырыуға “Башҡортостан Республикаһында туристик эшмәкәрлек тураһында” (1997), “Башҡортостан Республикаһында тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү тураһында” (2001), “Башҡортостан Республикаһында физик культура һәм спорт тураһында” (2008) закондары; 2010—2014 йй. наркотиктарҙы артыҡ ҡулланыу һәм уларҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу (2009), “Башҡортостан Республикаһында 2010—2014 йй. балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү” (2010) программалары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәшәү сифаты (Һаулыҡ)” проекты (2010) булышлыҡ итә.

Әҙәб.: А х м е р о в а С.Г. Профессиональная деятельность и здоровье педагога. М., 2010.

Н.Н.Егорова, С.Г.Әхмәрова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019