Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИХ, Ишембай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 484

СӘЛИХ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1042 кеше; 1920 — 1041; 1939 — 1061; 1959 — 1057; 1989 — 596; 2002 — 650; 2010 — 584 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 43 йортта 244 кеше йәшәгән, 1865 й. 146 йортта — 784 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сана яһау, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында тоҡ тегеү күрһәтелгән. Ауыл эргәһендә Сәлих ҡурғандары табылған. Ю.М.Абыҙгилдин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019