Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИХ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 333

СӘЛИХ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Исем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 178 кеше; 1920 — 195; 1939 — 195; 1959 — 142; 1989 — 89; 2002 — 95; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле (6 йорт иҫәпкә алынған). 1866 й. 27 йортта 140 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019