Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИХ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 343

СӘЛИХ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Шардаҙы й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 581 кеше; 1920 — 651; 1939 — 584; 1959 — 645; 1989 — 373; 2002 — 381; 2010 — 345 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ямаҙы урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Урман‑Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Рәхмәтулла Сәлихов билдәле. 1795 й. 5 йортта 23 кеше йәшәгән, 1865 й. 38 йортта — 222 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. шулай уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019