Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИХОВ Һибәтулла Сәйетбаттал улы

Просмотров: 450

СӘЛИХОВ Һибәтулла Сәйетбаттал улы, Һ и б ә т у л л а Ҡ а р ғ а л ы [1794, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Түб. Себенле а. (Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны) — 1867, ш. уҡ губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а.], башҡ. шағиры. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағандан һуң шунда уҡ, һуңынан Сәйет посадында уҡыта. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Уның ижади формалашыуына Көнсығыш әҙәбиәте йоғонто яһай. Суфыйсылыҡ лирикаһы төшөнсәләре арсеналын ғәмәли үҙләштереүе һәм жанр‑стиль үҙенсәлектәрен белеүе шағирға Урал‑Волга буйы төрки теленең тасаууф әҙәбиәте классикаһы булып киткән әҫәрҙәр ижад итеүгә мөмкинлек бирә. С. шиғри мираҫынан төрлө жанрҙарҙан торған 10‑ға яҡын әҫәре һаҡланған: ғәзәл, мәрҫиә, мөнәжәт, нәсихәт һ.б. Ижадының төп идеялары — диндарлыҡты, намыҫ һәм дәрәжәне һаҡлау, башҡаларҙы хөрмәт итеү. Шағир фекере б‑са, әхлаҡһыҙлыҡ, шәриғәт нормаларын үтәмәү, юғарылағыларҙың ҡанһыҙлығы, күҙ буяуы һәм уларҙың ябай халыҡ бәләләренә битараф булыуы яуызлыҡтың һәм ғәҙелһеҙлектең тамыры булып тора. 1839 й. яҙылған һәм 19 б. (тәүге тапҡыр 1856 й.) бер нисә тапҡыр яңынан баҫтырылған “Мәжмәғ әл‑әдаб” (“Әҙәпкә өйрәтеү йыйынтығы”) китабында үҙе йәшәгән осорҙағы йәмғиәт әхлағын ҡабул итмәүе, донъяның боҙоҡлоғо һәм ялғанлығы сағылыш тапҡан. Мәҙрәсәлә уҡыу программаһына ингән “Дөрре ҡәләм” (1856; “Ынйы һүҙҙәр”) шиғри йыйынтығы, “Тәндә йәнем” шиғыры, “Рисәлә әд‑дохан” (“Тәмәке тартыу тураһында шиғыр”), балалар өсөн ғәрәп теле фонетикаһы б‑са “Төхвәт әл‑әүлад” (“Балаларға бүләк”) әсбабы һ.б. авторы. С. ҡулъяҙмалары ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Ҡазан, С.‑Петербург һ.б. архивтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2‑се т. Өфө, 1990; Харисов А.И. Литературное наследие башкирского народа (XVIII—XIX века). Уфа, 1973; Шарипова З.Я. Пером и словом. Уфа, 1993.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019