Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘСӘН

Просмотров: 485

СӘСӘН (фаразланыуынса, монгол теленән цэцэн — аҡыллы), башҡорттарҙа шағир‑импровизатор; ауыҙ‑тел ижадын яҡшы белгән һәм уны башҡаларға еткергән (башҡарған) кеше; үҙендә ошо ике башланғысты берләштергән сәсән‑импровизатор. Ижади һәләтенә, башҡарыу үҙенсәлегенә, ваҡытына һәм урынына ҡарап С. әҫәрҙәрҙе үҙгәрткән, яңыса аңлатмалар биргән. Улар араһында универсалдар (Ғәбит сәсән, Х.О.Күсәбаева, С.М.Мөхәмәтҡолов, Х.Х.Әлмөхәмәтов) һәм айырым жанр С. — бәйетсе (С.Ғ.Муллабаев һ.б.), йырсы (М.А.Ҡаҙаҡбаев һ.б.), әкиәтсе һ.б. булған. С. ижады быуаттар дауамында халыҡты эстетик тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаған, етди ижт.‑сәйәси, әхлаҡи һәм фәлс. функциялар үтәгән. С. төп сифаттары: зирәк аҡыл, тормошто бөтә объектив ҡатмарлыҡтары м‑н ҡабул итеү, килеп тыуған ситуацияла барған хәл‑ваҡиғаларҙы дөрөҫ итеп баһалай белеү һәм шуларҙы халыҡҡа ҡыйыу, дөрөҫ итеп еткереү. С. үҙ әҫәрҙәрен көйләп башҡарған (йыш ҡына халыҡ музыка ҡоралдары аккомпанементы аҫтында). С. сәнғәте үҫешендә бер нисә этап айырып күрһәтелә. Боронғо С. Ҡатай Ғәли сәсән, Торомтай сәсән, Һөйөндөк сәсән, Килдеш сәсән, Йәммәт сәсән, Ҡараҡай сәсән, Яхъя сәсән һ.б. исемдәре билдәле (импровизациялары һаҡланмаған). С. ижадының үҫеүе 16—18 бб. тура килә. Ауыҙ‑тел әҙәбиәтенең төп жанрҙары үҫеш ала: эпос, ҡобайыр, әйтеш, йыр; улар Ҡобағош сәсән, Ерәнсә сәсән, Ҡарас сәсән, Байыҡ Айҙар һ.б. ижадында бирелгән. 17 б. 2‑се ярт. — 19 б. хәл‑ваҡиғалар – башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), крайҙы колониялаштырыуҙың көсәйеүе, идара итеүҙең кантон системаһын индереү — С. ижадында ла сағылыш таба. 19 б. башында йыйындарҙы тыйыу С. аудитория, публика алдында сығыш яһау хоҡуғынан һәм урында халыҡ м‑н туранан‑тура аралашыуҙан мәхрүм итә, һөҙөмтәлә эпос, ҡобайыр, әйтеш кеүек жанрҙар әкренләп һүнә, аудиториянан тыш шарттарҙа ла таралырға һәләтле булған йыр жанры популярлаша. Мәхмүт сәсән, Буранбай сәсән, Ишмөхәмәт сәсән һ.б. ижадында йырҙарҙың тарихи, соц.‑көнкүреш, лирик һ.б. жанр формалары актуаль булып китә. Бәйет жанры үҫеш ала. Был осор С. ижадында башҡ. халҡының ауыр тормошо, уйҙары һәм өмөт‑хыялдары, уның иреккә һәм тигеҙлеккә ынтылышы, ҡоллоҡҡа ҡаршы протест, Ватанға фиҙаҡәр тоғролоҡ, уны һаҡлау т‑дағы даими хәстәрлек, илһөйәрлек тойғолары сағыла. Төрлө быуын С. араһында күсәгилешле бәйләнеш урынлаша, мәҫ., М.А.Буранғолов — Ғәбит сәсәндең, Ғәбит сәсән — Ишмөхәмәт сәсәндең, Ишмөхәмәт сәсән Байыҡ Айҙарҙың уҡыусыһы була, күп кенә шағир‑импровизаторҙар үҙҙәренән алда ижад итеүселәрҙең әҫәрҙәрен яттан белгән. 20 б. авторҙарҙың тулыһынса яҙма ижадҡа күсеүенә, ш. уҡ илдәге сәйәси хºлгº бәйле, С. институты яйлап һүнә бара. 1944 й. Башҡорт АССР‑ының халыҡ сәсәне исеме булдырыла, ул Буранғолов, Ф.Д.Дәүләтшин, С.Ә.Исмәғилевкә бирелә. 20 б. аҙ. — 21 б. башында сәсәнлек традицияларын тергеҙеүгә ынтылыш күҙәтелә. 1998 й. алып йыл һайын “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр респ. конкурсы, 2006 й. — Халыҡ‑ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә “Аҡмулла нәсихәттәре” респ. фольклор байрамы һ.б. үткәрелә; 2016 й. Бөтә рәсәй сәсәндәр фестивале ойошторола. Ю.И.Ғәйнетдинов, А.С.Ғәйнуллина, Ғ.Ғ.Кудрявая, З.Р.Снигирёва, Р.Ә.Солтангәрәева, Х.Ш.Әбүбәкерова, М.Ямалетдин үҙ ижадтарында С. традицияларын дауам итә. 2014 й. башлап Халыҡ ижады үҙәгендә “Урал батыр” сәсәндәр үҙәге эшләй.

Әҙәб.: Б у р а н ғ о л о в М.А. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; И ҙ е л б а е в М.Х. Боронғонан аманат: баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр. Өфө, 2007; С о л т а н г ә р ә е в а Р.Ә. Башҡорт сәсән мәктәбе. Өфө, 2012.

М.Х.Иҙелбаев, Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019