Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘТӘЙ‑БӨРЙӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 357

СӘТӘЙ‑БӨРЙӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 308 кеше; 1920 — 345; 1939 — 217; 1959 — 222; 1989 — 322; 2002 — 313; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусының Йәрмөхәмәт һәм Төрөкмән аа. (хәҙ. Төрөкмән 1‑се а.) башҡорттары нигеҙ һала, 1786 й. алып Сәтәй исеме м‑н (тәүге төпләнеүсе исеменән, уның улы Мөрсәлей Сәтәев) билдәле. Атамаһының икенсе өлөшө этнонимдан килеп сыға (ҡара: Бөрйән). Шулай уҡ Си(е)тәй, Бөрлән булараҡ теркәлгән. 1865 й. 26 йортта 172 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019