Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҮКИЯҘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 363

СӘҮКИЯҘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡәлмиәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 168 кеше; 1920 — 475; 1939 — 584; 1959 — 400; 1989 — 333; 2002 — 293; 2010 — 249 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Тәтешле урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Ҡыр‑Танып улусының Һикәяҙ а. (хәҙ. Иҫке Һикәяҙ а.) башҡорттары Кесе Сәүкияҙ исеме м‑н үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 12 йортта 69 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1939 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019