Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘФӘРҒОЛ, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 349

СӘФӘРҒОЛ, Т у ғ а н а ш, Ҡ а ж а т, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 104 км һәм Инйәр т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 118 кеше; 1920 — 127; 1939 — 158; 1959 — 161; 1989 — 126; 2002 — 116; 2010 — 99 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы старшина Мөхәмәтрәхим Сәфәрғолов билдәле. Шулай уҡ Шыршы исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 7 йортта 31 кеше йәшәгән, 1866 й. 20 йортта — 121 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019