Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИДОРОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл

Просмотров: 322

СИДОРОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үрге Ғәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 72 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 771 кеше; 1920 — 836; 1939 — 302; 1959 — 230; 1989 — 173; 2002 — 210; 2010 — 226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Матрай урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙендә Сидоров утары булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. хәҙ. статусын ала, 1969 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019