Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИНТАКСИС

Просмотров: 623

СИНТАКСИС (гр. syјntaxis — теҙелеү, тәртип), 1) конкрет телдәргә хас булған телмәр берәмектәрен булдырыу саралары һәм ҡағиҙәләре; 2) грамматиканың телмәрҙе тыуҙырған процестарын: һөйләм эсендә һүҙҙәрҙең ярашыу һәм килеү тәртибе, ш. уҡ телдең автоном берәмеге һәм фекерҙең текстың өлөшө булараҡ һөйләмдең дөйөм үҙенсәлектәрен өйрәнгән бүлеге. Бүлектәре: һүҙҙең ярашыу мөмкинлектәрен, уларҙы тормошҡа ашырыу ысулдарын һәм улар аңлатҡан мөнәсәбәттәрҙе өйрәнгән һүҙ төркөмдәре С. (һүҙбәйләнеш, һүҙ эргәһендәге бәйләнештәр, синтагматик С.); эске структураһын, коммуникатив типтарын, предикативлығын һәм модаллеген, семантикаһын һәм ябай, ҡушма һөйләмдәрҙең бөтөн предикатив һәм полипредикатив берәмеген, ш. уҡ ҡушма һөйләмде формалаштырған төр һәм ысулдарҙы синонимик үҙгәртеп ҡороусы һөйләм С.; актуаль С.; текст С. Шулай уҡ категориаль С., функциональ С., структур С., һыҙма С., интонацион С. (микросинтаксис), коммуникатив С., семантик С. (макросинтаксис) һ.б. айыралар.

Һүҙбәйләнеш, эйәртеүле грамматик бәйләнеш: ярашыу, башҡарылыу йәки йәнәшәлек м‑н бәйләнгән ике йәки күберәк һүҙҙәрҙән яһалған синтаксик конструкция. Башҡорт телендә ярашыуҙың нигеҙендә һүҙбәйләнеш компоненттарының зат һәм һан формаһында тап килеүе ята: “мин уҡыйым”, “һеҙ уҡыйһығыҙ”. Башҡарылыуҙа компоненттарҙың береһе, ҡағиҙә булараҡ, исем м‑н килгәне, ниндәй ҙә булһа килеш формаһында килә; башҡарылыуҙың ҡылым, исем, рәүеш һ.б. төрҙәрен айыралар: “атайым менән һөйләшеү”, “уларға кәрәк”. Йәнәшәлек бәйләнештәре формаль күрһәткестәре булмаған компоненттарҙың семантик мөнәсәбәттәре базаһында ойоша: “ҡыҙыҡлы китап”, “уҡырға теләк”. Төрки телдәрҙә һүҙбәйләнештәрҙең үҙенсәлекле тибын — изафетты айырып йөрөтәләр. Һүҙбәйләнештәр ш. уҡ төп компоненттың билдәле бер һүҙ төркөмөнән килеүенә ҡарап классификациялана; башҡ. телендә исем һәм ҡылым типтары киң таралған.

Һөйләм, коммуникатив мәғәнәһе, модаллеге һәм предикативлығы булған миним. берәмек. Һөйләмдең структур‑семантик компоненттары системаһына (һөйләм киҫәктәренә) эйә (хәрәкәтте йәки билдәне йөрөтөүсе), башҡ. телендә исем, алмаш, исем ҡылым һ.б.; хәбәр (хәрәкәт, үҙенсәлек йәки хәл‑торош) — ҡылым, исем, сифат, рәүеш, модаль һүҙҙәр һ.б.; аныҡлаусы (билдә, һан, эйәлек һ.б.) — сифат, сифат ҡылым, һан, алмаш һ.б.; тултырыусы (хәрәкәттең объекты) — исем, алмаш, исем ҡылым, инфинитив һ.б.; рәүеш, исем, һан, сифат, зат м‑н үҙгәрмәгән ҡылым формалары, оҡшатыу һүҙҙәре һ.б. м‑н килгән хәл (ваҡыт, урын, сәбәп, маҡсат, рәүеш, сағыштырыу, кире) инә. Һөйләм тиң киҫәктәр, айырымланған эйәрсән киҫәктәр, өндәш һүҙ, инеш конструкциялар һ.б. м‑н тарҡалырға мөмкин. Баш һөйләмдәр һаны (бер составлы һәм ике составлы), ниндәй маҡсат м‑н әйтелеүе (хәбәр, һорау, өндәү), предикатив нигеҙҙәре һаны (ябай һәм ҡушма) һ.б. б‑са һөйләм типтарын айыралар. Башҡ. телендә бер составлы һөйләмдәр эйәһеҙ, мәҫ.: “Урман эсендә һалҡынса, рәхәт булып китте.”; инфинитив‑модаль: “Һәр кемде бер үлсәү менән үлсәргә ярамай.”; билдәле эйәле: “Шундай иҫкәртеүҙәр яһамауығыҙҙы үтенер инем.”; дөйөм эйәле: “Әсене татымаһаң, тәмлене белә алмаҫһың.”; билдәһеҙ эйәле: “Оҙаҡ йәшәгән өсөн генә хөрмәт күрһәтмәйҙәр.”; атама: “Ҡая өҫтөндәге иҫ киткес гүзәл күл.” һөйләмдәргә бүленә. Ҡушма һөйләмдәр теҙмә, эйәртеүле, ҡатнаш һөйләмдәргә бүленә. Шулай уҡ тиң киҫәктәр м‑н бирелгән һәм үҙенсәлекле мелодик‑ритмик ойошоуы м‑н айырылып торған ябай йәки ҡушма һөйләм булып килгән үҙенсәлекле синтаксик конструкцияны — теҙемде айыралар; күпселек фольклор әҫәрҙәрендә һәм шиғриәттә ҡулланыла. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең тура тәртибе грамматик факторҙар м‑н билдәләнә: һүҙбәйләнештәрҙә, бәйләнеш тибына ҡарамай, эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең алдынан килә; хәбәр — эйәнән һуң, тултырыусы һәм хәл хәбәр алдынан бирелә. Һүҙҙәрҙең тура тәртибе үҙгәреүе коммуникатив (һөйләмдең актуаль тарҡатылыуы үҙенсәлектәренә бәйле) һәм стилистик (ҡара: Стилистика) факторҙарға бәйле.

Микротекст, йәки уның составында иң ҙур синтаксик берәмекте тәшкил иткән ҡатмарлы синтаксик конструкция текстың төп берәмеге, өлөшө булып һанала; тематик, ш. уҡ лексик, грамматик һәм интонацион яҡтан берләшкән үҙ аллы формалашҡан һөйләмдәр төркөмө.

Әҙәб.: С ә й е т б а т т а л о в Ғ.Ғ. Башҡорт теле: 1—2‑се тт. Өфө, 1999—2001; Т и к е е в Д.С. Основы синтаксиса современного башкирского языка. М., 2004.

Г.Ә.Басирова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019