Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЛАВЯНДАР ТУРАҺЫНДА ФӘН

Просмотров: 367

СЛАВЯНДАР ТУРАҺЫНДА ФӘН, с л а в и с т и к а, славян халыҡтарының теле, әҙәбиәте, фольклоры, тарихы, матди һәм рухи мәҙәниәте т‑дағы фәнни дисциплиналар йыйылмаһы. С.т.ф. барлыҡҡа килеүе 16—17 бб. ҡарай, ул ваҡытта төрлө славян грамматикалары барлыҡҡа килә. Башҡортостанда С.т.ф. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлана: БДУ‑ла болгар, поляк, серб‑хорват һәм чех телдәрен уҡытыу индерелә; славян телдәрен сағыштырма‑тарихи һәм сағыштырма (Л.М.Васильев, В.Л.Ибраһимова, Б.Н.Кипарисов, Н.В.Черемисина, Ю.П.Чумакова һ.б.), славян әҙәбиәте әҫәрҙәрен (И.Г.Новикова, А.А.Писарев, Л.Т.Романова һ.б.) һәм фольклорҙы (Л.Г.Бараг, Б.Ғ.Әхмәтшин) өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәр яҙыла. Өфөлә “Башҡортостан славян халыҡтарының мәҙәни мираҫы” фәнни‑ғәмәли конференцияһы үткәрелә (1996). С.т.ф. б‑са фәнни-ғәмәли эштәр ш. уҡ белорустарҙың “Спадчына” милли‑мәҙәни үҙәгендә, “Возрождение”ла, украиндарҙың “Кобзарь” респ. милли‑мәҙәни үҙәгендә, Башҡортостан урыҫтары соборында алып барыла.

Әҙәб.: Славянский филологический сборник. Уфа, 1962; В а с и л ь е в Л.М. Теоретические проблемы общей лингвистики, славистики, русистики. Уфа, 2006; Россия и Польша: полоника в этнокультурном пространстве. Уфа, 2007.

В.Л.Ибраһимова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019