Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЛОБОДЧИКОВ Иван Фёдорович

Просмотров: 382

СЛОБОДЧИКОВ Иван Фёдорович [27.3.1905, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Слободчикова а. (Силәбе өлк. Кәҫле р‑ны) — 2.7.1994, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Башҡортостанда йәшәй һәм эшләй: Учалы урман хужалығы дир., Учалы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, Йылайыр район хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма ком‑ты рәйесе, 1957—59 йй. БАССР МС‑ының финанс төркөмө начальнигы. “Бәхет тураһында һөйләшеү” (“Разговор о счастье”, 1982), “Шундай яҡты иртә” (“Такое светлое утро”, 1985), “Һүрәм өҫтөндә болоттар” (“Облака над Суренью”, 1988) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарының төп темаһы — әхлаҡ, кешеләр араһындағы үҙ‑ара мөнәсәбәт проблемаһы. “Ҙур яландар” (“Большие поляны”, 2 бүлектә, 1970—73) романында С. тарихи ваҡиғаларҙың йәмғиәттең соц. үҫешенә нисек йоғонто яһауын күрһәтә. Хикәйәләре башҡ. теленә тәржемә ителгән. Ә.Вәли, С.Кулибай әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Горят костры: рассказы. Свердловск, 1962; Дом с зелёными ставнями: повесть и рассказы. Уфа, 1975; Время надежд: роман. Уфа, 1987.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019