Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СМАҠОВ Ислам Нәсибулла улы

Просмотров: 350

СМАҠОВ Ислам Нәсибулла улы (1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аҡтау а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Аҡтау а., — 1980, шунда уҡ), шағир- импровизатор. Тыуған ауылында 4 класлы халыҡ уч‑щеһын тамамлаған (1916). 1922 й. алып Аҡтау а/с секретары, 1925 й. — Бүздәк улусы башҡарма ком‑тында финанс бүлеге мөдире, секретарь, 1927—63 йй. Бүздәк һәм Туймазы р‑ндарының төрлө учреждениеларында бухгалтер. Фольклор һәм әҙәби әҫәрҙәрҙе яттан белгән. С. ижады тематикаһы б‑са төрлө булған шиғырҙарҙан (башлыса дүрт юллыҡтар), йырҙарҙан, хикәйәләрҙән, әкиәттәрҙән һ.б. тора. Әҫәрҙәренең бер өлөшө “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. С. ҡулъяҙмалары Ғилми архивта һаҡлана.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019