Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАЛАР СОЮЗЫ

Просмотров: 1891

СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАЛАРСОЮЗЫ, С о в е т т а р С о ю з ы, 1922—91 йй. булған дәүләт.30 дек. Рәсәй империяһының төпбиләмәләрендә совет власын урынлаштырғас барлыҡҡа килә. Майҙаны — 22,4 млн км2 (Ер шарындағыҡоро ерҙең 1/6 өлөшө). Ҡоро ерҙәкөньяҡта — Афғанстан, Иран, Корея, Ҡытай, Монголия, Төркиә, көнбайышта Венгрия, Норвегия, Польша, Румыния, Финляндия, Чехословакия мн сиктәш була. ТерряһынАтлантик, Төньяҡ Боҙло һәм Тымыҡокеандар басс. ҡараған 12 диңгеҙ йыуған.Халҡы (мең кеше): 1926 й. —147027,9 (ш. иҫ. башҡорттар —713,6), 1939 — 170557 (843,6),1959 — 208826,6 (989), 1970 —241720,1 (1239,7), 1979 — 262084,6 (1371,4), 1989 й. — 286742,5 (1449,16,ш. иҫ. РСФСРҙа — 1345,27, Белорус ССРында — 1,25, Грузия ССРында— 0,38, Ҡаҙаҡ ССРында — 41,85,Ҡырғыҙ ССРында — 4,03, ЛатвияССРында — 0,63, Литва ССРында — 0,42, Молдавия ССРында —0,61, Тажик ССРында — 6,82, ТөркмәнССРында — 4,68, УкраинаССРында — 7,4, Үзбәк ССРында —34,77, Эстон ССРында — 0,37, ӘзербайжанССРында — 0,53, ӘрмәнССРында — 0,14). Баш ҡалаһы —Мәскәү. Беренсе булып СССР составына— Белорус ССРы, Кавказаръяғы Совет Федератив Соц. Респ.(ЗСФСР; 1936 й. Грузия ССРына,Әзербайжан ССРына, Әрмән ССРынабүленә), Рәсәй Совет ФедеративСоциалистик Республикаһы, УкраинаССРы, 1925 й. — Төркмән, Үзбәк,1929 й. — Тажик, 1936 й. — Ҡаҙаҡ,Ҡырғыҙ, 1940 й. Латвия, Литва, Молдавия, Эстон ССРҙары инә. 1922 й.Советтарҙың 1се Бөтә Союз съезында(ҡара: Советтар съездары) СССРтөҙөү тда декларация ҡабул ителәһәм Килешеү раҫлана, ҮБК һайлана. Төп закон булып 1924 й. (яңыбаҫмалары — 1936 й. һәм 1977 й.)ҡабул ителгән СССР Конституцияһыиҫәпләнә, уның нигеҙендә союздашһәм авт. респ. конституциялары ҡабулителә. 30сы йй. алып барылған үҙгәртепҡороуҙар һөҙөмтәһендә СССРҙаматди етештереү саралары тулыһынсадәүләт ҡулына күсә һәм йәмғиәт тормошоноң барлыҡ өлкәләрендә лә идара итеүҙең адм.команда ысулдары(ҡара: Биш йыллыҡ пландар, Индустриялаштырыу, Коллективлаштырыу,Национализациялау) урынлаша. Тоталитар йәмғиәт ҡороу һөҙөмтәһендәкүпләп репрессиялар (ҡара:Сәйәси репрессиялар, Сәйәси һөргөн) булып үтә. Бөйөк Ватан һуғышындаеңеүҙән һуң СССР донъялаиң көслө держава булараҡ үҫешә.1985 й. йәмғиәт мн идара итеүҙеңадм.команда ысулы эҙемтәләрен бөтөрөрөсөн СССР етәкселеге үҙгәртеп ҡороу курсы иғлан итә. Дәүләтсуверенитеты тураһында декларацияҡабул ителгәндән һуң, Башҡортостан вәкилдәре Яңы Огарёв процесында (1991 й. апр.—авг.) яңыСоюз килешеүе проектын төҙөүҙә ҡатнаша.Август кризисы СССРҙыңтарҡалыу процесын тиҙләтә. Дек.союздаш респ. етәкселәре тарафынанБДБ ойошторола. 25 дек. СССР йәшәүҙәнтуҡтай. БАССРға 1936 й.рәсми рәүештә союздаш респ. статусыбиреүҙә баш тартыла. Автономиясиктәрендә Башҡортостан мәҙәниәт,фән, мәғариф һәм иҡтисадтың айырым өлкәләрендә ярайһы уҡ ҙур ҡаҙаныштарғаөлгәшә. Урта белем,урта профессиональ белем һәм юғарыбелем биргән уҡыу йорттары, мәҙәниәтһәм сәнғәт учреждениеларыасыла. Еңел сәнәғәт, машиналар эшләү,нефть сығарыу сәнәғәте, нефтьэшкәртеү сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте,химия сәнәғәте һ.б. үҫеш ала.Башҡортостандың төп сәнәғәт тармаҡтарысеймал сығарыуға, аралашпродукция етештереүгә йүнәлтелгәнбула. Төп етештереү тармаҡтары иңэлек СССР мәнфәғәтенә ярашлы үҫешкән.Республиканың мәнфәғәттәре һәмүҙенсәлектәре иҫәпкә алынмаған, төбәктеңкомплекслы үҫеш ихтыяждарыинҡар ителгән. Халыҡты соц. яҡтантәьмин итеү өлкәһе насар үҫешкән.

Ю.В.Калашников

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019