Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОВЕТТАР СОЮЗЫ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ

Просмотров: 643

СОВЕТТАР СОЮЗЫ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ, 1898—1991 йй. Рәсәйҙә, РСФСР‑ҙа, СССР‑ҙа сәйәси партия. 1898 й. мартында Рәсәй социал‑демократик ойошмаларҙың Минскиҙа үткән 1‑се съезында Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһы (РСДРП) булараҡ ойошторола. 1918 й. мартынан Рәсәй коммунистар партияһы (большевиктарҙың) — РКП(б), 1925 й. — Бөтә Союз коммунистар партияһы (большевиктарҙың) — ВКП(б), 1952 й. — КПСС. Партияның ойошторолоуына йәшерен рәүештә нәшер ителгән “Искра” (“Осҡон”; 1900—05) дөйөм Рәсәй гәз. булышлыҡ иткән. Партия программаһы проекты В.И.Ленин, Л.Мартов, Г.В.Плеханов һ.б. тарафынан эшләнгән. 1903 й. июль—авг. РСДРП‑ның 2‑се съезы (Брюссель, Лондон) партияның 1‑се программаһын ҡабул итә: бужуаз‑демократик революция этабындағы бурыстар — самодержавиены ҡолатыу; крепостнойлыҡ ҡалдыҡтарын бөтөрөү; демократик респ. урынлаштырыу; 8 сәғәтлек эш көнө индереү; барлыҡ милләттәрҙең тиң хоҡуҡлылығы һәм уларҙың үҙбилдәләнеш хоҡуғы; ижт.‑сәйәси тормошто демократлаштырыу (программа-минимум); соц. революция этабында — пролетариат диктатураһын урынлаштырыу һәм социализм төҙөү (программа‑максимум). Съезд большевиктарға һәм меньшевиктарға бүленә. Большевиктар яңы типтағы революцион партия булараҡ формалаша. Улар II Интернационалдың социал‑демократтарынан власты баҫып алыу, диктатура урынлаштырыу, хосуси милекте юҡҡа сығарыу, хәлле синыфтарҙы бөтөрөү, динде тамырынан юҡ итеү, синыфһыҙ йәмғиәт төҙөүгә ынтылыштары м‑н айырылып торған. Беренсе донъя һуғышына ҡарата улар һуғышта еңелеүгә, империалистик һуғышты граждандар һуғышына әүерелдереүгә, донъя революцияһын яҡлау өсөн Коминтерн (ҡара: Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты) ойоштороуға саҡырған. Октябрь революцияһы һөҙөмтәһендә илдә большевиктар диктатураһы урынлаша, башҡа партиялар эшмәкәрлеге тыйыла. Партияның 2‑се программаһында [РКП(б)‑ның 8‑се съезы, 1919 й. марты] — социализм, 3‑сө программаһында (КПСС‑тың 22‑се съезы, 1961 й. окт.) коммунизм төҙөү бурысы ҡуйыла. КПСС проф. аппаратҡа һәм партия милкенә эйә булған, дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенә йүнәлеш биргән. Партияны ойоштороу — демократик үҙәкләштереү, кадрҙар сәйәсәте — номенклатура принцибына нигеҙләнгән. КПСС Бөтә Союз Ленинсы коммунистик йәштәр союзына (ВЛКСМ) етәкселек иткән. Өфөлә тәүге социал‑демократик төркөмдәр 19 б. 90‑сы йй. аҙ. барлыҡҡа килә. 1898 й. сәйәси һөргөндәге О.В.Варенцова, В.Н.Крохмаль, А.И.Свидерский, А.Д.Цюрупа һ.б. ингән социал‑демократик төркөм ойоша. Төркөмдөң 1900 й. Өфө паровоздар ремонтлау оҫтаханаларында төҙөлгән эшселәр түңәрәгенең береһенә И.С.Якутов етәкселек иткән. 1901 й. төркөм базаһында РСДРП‑ның Өфө эшселәр ком‑ты (ул 1902 й. көҙөнән “Искра” гәз. ҡараштарына күсә) ойошторола. 1903 й. ғин. РСДРП‑ның Өфө ҡала ком‑ты барлыҡҡа килә, партияның 2‑се съезына унан Крохмаль һәм Г.М.Мишенёв делегат була. Революция (1905—07) ваҡытында урындағы социал‑демократтар эшселәр сығыштарын ойошторған. 1907 й. башында Өфө ҡала ойошмаһында — 450, Минйәрҙекендә — 350, Златоустыҡында 320 ағза иҫәпләнгән. Уларҙың соц. базаһын эшселәр, уҡыусы йәштәр, өлөшләтә крәҫтиәндәр тәшкил иткән. Революцияның еңелеүе, репрессиялар РСДРП‑ның Өфө ойошмаһына ҙур зыян килтерә, 1911 й. көҙөндә уның сафында 40—50 кеше генә ҡала. 1917 й. 2 мартында Өфө ойошмаһының беренсе асыҡ йыйылышында РСДРП ойошмаһының Берләшкән (большевиктар һәм меньшевиктар) ваҡытлы Өфө ком‑ты (1917 й. сент. тиклем эшләгән) барлыҡҡа килә, уның эргәһендә 1917 й. майынан Б.Я.Нуриманов етәкс. башҡ.‑татар секцияһы эшләй. 1917 й. окт. башына РСДРП(б)‑ның Өфө губерна ойошмаһында 4,2 мең кеше иҫәпләнгән. Большевиктар һәм һул эсерҙар тәҡдиме б‑са 1 сент. Эшсе һәм һалдат депутаттары советының Өфө губерна ғәҙәттән тыш съезы Рәсәйҙә властың кисекмәҫтән Советтарға күсеүе т‑да резолюция ҡабул итә. 1917 й. 8 нояб. Өфөлә һәм губерналарҙа Совет власы урынлаштырыла һәм Свидерский етәкс. губерна революцион ком‑ты ойошторола. 1917 й. окт. башлап 1918 й. апр. тиклем Өфө губ. большевиктар һаны 10,5 мең кешегә етә. 1919 й. мартында Башҡ. респ. ойошторолғас, Башҡ‑н өлкә партия ойошмаһы барлыҡҡа килә. 1929 й. ҡарата 632 түбәнге партия ойошмаһында 15,1 мең ағза иҫәпләнгән. Сәйәси репрессиялар һөҙөмтәһендә өлкә партия ойошмаһында ағзалар һаны кәмей: 1933 й. 40 мең булһа, 1938 й. 20 меңгә ҡала. 1941 й. 1 июленән 1942 й. 31 дек. тиклем Башҡортостандан фронтҡа 23,3 мең коммунист, йәғни Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында респ. саҡырылғандарҙың 83%‑ы киткән. 1948 й. 1 ғин. ҡарата өлкә партия ойошмаһы ағзалары һуғышҡа тиклемге осор м‑н сағыштырғанда икеләтә артып, 78,9 мең кешегә етә, 1953 й. — 83,8 мең, 1966 й. 149 мең кеше була. 1987 й. Башҡ‑н партия ойошмаһында 227,7 мең кеше торған һәм РСФСР‑ҙа иң эреләрҙән иҫәпләнгән. СССР‑ҙағы системалы иҡт., сәйәси һәм идеологик көрсөк арҡаһында Башҡ‑н өлкә ойошмаһы, КПСС кеүек үк, тарҡалыу кисерә башлаған. 1989 й. Халыҡ депутаттары съезына һайлау ҙа шуны күрһәткән. Август кризисынан һуң РФ биләмәләрендә КПСС эшмәкәрлеге туҡтатып торолған. Башҡ‑н өлкә ойошмаһы үҙ эшмәкәрлеген 1991 й. 6 нояб. РФ Президенты Б.Н.Ельциндың “КПСС һәм РСФСР Коммунистар партияһы эшмәкәрлеге тураһында”ғы указына ярашлы туҡтата. Указ б‑са, Коммунистар партияһы эшмәкәрлеге тыйыла, уның ойоштороусы структуралары__таратыла, партия милке дәүләт ҡарамағына алына. Баҫма органдары: “Советская Башкирия”, “Совет Башҡортостаны”, “Ҡыҙыл таң” һ.б. Өфө губерна ком‑тының беренсе секретарҙары: Б.М.Эльцин (1917—18, 1919), В.Г.Бисярин (1919, 1921—22), Е.А.Преображенский (1920), И.Н.Стуков (1920), Б.Н.Нимвицкий (1920—21); Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретарҙары: Х.Й.Йомағолов (1919), Ә.Ә.Каспранский (1920), П.М.Викман (1920—21), Ә.Ә.Бейешев (1921), Ш.Ә.Хоҙайбирҙин (1921—22), А.И.Жеханов (1922), Нимвицкий (1923), Р.А.Восканов (1923—24), М.О.Разумов (1924—26), Э.Я.Юревич (1926—30), Я.Б.Быкин (1930—37), А.Т.Заликин (1937—39), Г.С.Растёгин (1939), И.С.Аношин (1939—42), С.Б.Задионченко (1942— 43), С.Д.Игнатьев (1943—46, 1953— 57), С.Ә.Ваһапов (1946—53), З.Н.Нуриев (1957—69), М.З.Шакиров (1969— 87), Р.Х.Хәбибуллин (1987—90), И.А. Горбунов (1990 й. февр. алып КПСС Башҡ‑н өлкә ком‑тының ваҡытлы бюроһы рәйесе, майҙан РСФСР Коммунистар партияһының Башҡ. респ. ойошмаһының 1‑се секретары).

Ә.Ә.Әхмәҙиев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019