Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОҠОРОЙ Ғәли

Просмотров: 424

СОҠОРОЙ Ғәли (Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы; 1826, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Иҫке Соҡор а., хәҙ. БР‑ҙың Тәтешле р‑ны, — 10.12.1889, шунда уҡ), башҡ. суфый шағиры. Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1850) шунда уҡ уҡыта, 1852 й. тыуған ауылына ҡайта. Уның ижади формалашыуында Ш.Зәки ҙур роль уйнаған. Төрки, ғәрәп, фарсы телдәрендә яҙған. С. ижадын күп һанлы (уның 100‑гә яҡын әҫәре һаҡланған; 10‑ға яҡын китабы баҫылып сыҡҡан, 5‑һе шағир үҙе тере саҡта) дини һәм донъяуи темаларға яҙылған әҫәрҙәр тәшкил итә. “Фосули әрбаға” (“Йылдың дүрт миҙгеле”) шиғырҙар циклы 19 б. башҡ. лирик шиғриәтенең иң яҡшы өлгөләренең береһе һанала. “Дөрри Ғәли” (1873; “Ғәли ынйылары”), “Шәмғ әз‑зия” (1883; “Шәм яҡтыһы”), “Мәдхи Ҡазан” (1889; “Ҡазанды маҡтау”), “Дөрр әл‑кәлам” (1900; “Ҡиммәтле һүҙҙәр”) шиғри китаптары фән һәм белемде данлау, наҙанлыҡты, йәбер‑золомдо һәм һуғыштарҙы тәнҡитләү мотивтары м‑н һуғарылған. Мәккә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылып ҡайтҡас яҙылған “Нәсим әс‑саба” (1872; “Таң еле”) хажнамәһендә тормош картиналары һәм деталдәре аныҡ күрһәтелә. С. “Ирәкте ырыуы шәжәрәһе”нең бер нисә вариантын төҙөгән. Башҡ. тәуарихтары традицияларында ижад ителгән “Тәуарихи Болғарийа, йәки Тәҡриби Ғари” (“Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса аңлатмалары”) хеҙмәтендә Урал‑Волга буйы мәҙәниәтенең тарихы тасуирланған. С. ҡулъяҙмалары ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Милли китапханала, Ҡазан һәм С.‑Петербург архивтарында һаҡлана. Тыуған ауылында Соҡорой Ғ. музейы асылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Шәм яҡтыһы: шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, тарихи яҙмалар, хаттар. Өфө, 1995. Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2‑се т. Өфө, 1990.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019