Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНБАЕВА Хәҙисә Вәли ҡыҙы

Просмотров: 382

СОЛТАНБАЕВА Хәҙисә Вәли ҡыҙы (27.1.1950, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2009). БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Буранғол урта, 1973— 75 йй. Дәүләт тулы булмаған урта мәктәптәрендә (икеһе лә — Әбйәлил р‑ны), 1976 й. алып Үрген урта мәктәбендә (Башҡ. Үргене а., Ейәнсура р‑ны) уҡыта. 1979 й. башлап Ейәнсура р‑ны халыҡ мәғарифы бүлегендә (1982 й. алып методик кабинет мөдире), 1985—93 йй. Милли мәғариф проблемалары ин‑тының Башҡ‑н филиалында эшләгән, 1994 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт теленең грамматикаһына: һүҙ төркөмдәрен, бойороҡ һөйкәлешенең функциональ‑семантик категорияһын өйрәнеүгә, контрастив лингвистикаға һ.б. арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. башҡ. теле б‑са дәреслектәр, уҡыу‑методик әсбаптар һәм уҡыу программалары, авторы.

Х е ҙ м.: Побудительность как функционально‑семантическая категория: на материале башкирского языка. Уфа, 1999; Система служебных частей речи (на материале башкирского языка). Уфа, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019