Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОРАМАН, Учалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 458

СОРАМАН, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 69 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 345 кеше; 1920 — 444; 1939 — 454; 1959 — 380; 1989 — 288; 2002 — 332; 2010 — 291 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Озёрный урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тиләү улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Сораман Абдулваһапов исеме м‑н аталған. 1795 й. 17 йортта 116 кеше йәшәгән, 1866 й. 58 йортта — 324 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. И.Ғ.Ғәләүетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019