Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОСНОВКА, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 358

СОСНОВКА, Белорет р‑нындағы ауыл, Сосновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К. табан 7 км алыҫлыҡта Ятва й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 347 кеше; 1989 — 1219; 2002 — 779; 2010 — 723 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Сосновка урман хужалығында, “Арский ташы” ял базаһында эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1945 й. Нура махсус ҡасабаһы кешеләре Сосновка ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 70‑се йй. С. 30‑сы йй. нигеҙләнгән Печатин кордоны ҡушыла. 2002 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019