Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОСНОВЫЙ БОР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 367

СОСНОВЫЙ БОР, Ҡ а р и ҙ е л, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Магинск а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 14 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 124 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1502 кеше; 1959 — 1118; 1989 — 205; 2002 — 203; 2010 — 152 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1888 й. Бөрө өйәҙендә Быяла заводы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 20 б. 30‑сы йй. алып Ҡариҙел быяла заводы ҡасабаһы, 1944 й. Ҡариҙел эшселәр ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, 80‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019