Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОСНОВЫЙ ЛОГ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 339

СОСНОВЫЙ ЛОГ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Түб. Исҡуш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 29 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Күсәүеш й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 92 кеше; 1959 — 116; 1989 — 166; 2002 — 192; 2010 — 125 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Исҡуш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Мәсәғүт кантонында а.х. артелдәре ойошторолған ваҡытта Сосновый Лог (Попов Е.М.) утары булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 2 хужалыҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. — Лиственный Лог а., 70‑се йй. Липовый Лог а. (икеһе лә 20‑се йй. нигеҙләнгән) ҡушылған. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019