Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОФИЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 514

СОФИЕВКА, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡыҙылъюл й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 425; 1939 — 187; 1959 — 93; 1989 — 90; 2002 — 201; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡаран‑Ҡуңҡаҫ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә урыҫ күскенселәре Софиевка ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 30‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019