Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ

Просмотров: 366

СОЦИАЛИСТИК РЕАЛИЗМ с ә н ғ ә т т ә  һ ә м  ә ҙ ә б и ә т т ә, донъяның һәм кешенең соц. концепцияһына ҡоролған художестволы метод. Идея нигеҙе — коммунистик ижт.-сәйәси һәм эстетик идеалға таяныу, донъяны революцион үҙгәртеп ҡороу пафосы, социализм һәм коммунизмға ихлас ышаныу. Характерлы һыҙаттары: ысынбарлыҡты дөрөҫ һүрәтләүҙең уны сағылдырған реаллекте һәм художестволы донъяны әүҙем үҙгәртеүгә ынтылыуҙың берләшеүе, йөкмәткенең форманан өҫтөнлөгө, соц. оптимизм һәм утопизм. 1930 йй. раҫлана, М.Горький уға нигеҙ һала. Башҡорт әҙәбиәтендә С.р. нығыныуына М.Ғафури, Ғ.Ғүмәр, С.Ҡудаш, Н.Ҡ.Ҡәрипов, С.М.Мифтахов, И.Насыри, Ғ.Сәләм, А.М.Таһиров, Д.Юлтый һ.б. ижады, Х.Наум, Ә.Чаныш, Ш.Шәһәр, К.Ә.Әхмәтйәновтың теоретик хеҙмәттәре булышлыҡ итә. С.р. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башына тиклем төп метод була, совет осороноң бөтә башҡ. яҙыусылары ошо йүнәлештә эшләй (уның критерийҙарына тура килмәгән яҙыусылар әҙәби процестан төшөп ҡала). С.р. сиктәрендә уртаса конформистик әҫәрҙәр м‑н бер рәттән юғары художестволы әҫәрҙәр ҙә ижад ителә.

Ғ.Ғ.Ғәлина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019