Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЙӘРМӘТ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 308

СӨЙӘРМӘТ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 15 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 245 кеше; 1920 — 438; 1939 — 442; 1959 — 319; 1989 — 241; 2002 — 185; 2010 — 166 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1737 й. алып билдәле. 1777 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, 1811 й. татар мырҙалары килеп ултырған. Шулай уҡ Сәйрән, Сүфмәт исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 12 йортта 84 кеше йәшәгән, 1865 й. 35 йортта — 206 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Х.В.Зәйҙуллин ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019