Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 299

СӨЛӘЙМӘН, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 257 кеше; 1920 — 637; 1939 — 526; 1959 — 431; 1989 — 228; 2002 — 202; 2010 — 154 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1751 й. купчий ҡағыҙы б‑са Себер даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәрҙең Яңы Сөләймән а. (ул һуңынан Сөләймән а. ҡушылған) нигеҙ һалыусы яңы төркөмө килеп ултырған. Шулай уҡ Э(Е)тәр, Күләтәр исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 52 йортта 311 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет (1903 й. төҙөлгән), бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019