Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВА Сажиҙә Ғәҙелша ҡыҙы

Просмотров: 323

СӨЛӘЙМӘНОВА Сажиҙә Ғәҙелша ҡыҙы (3.10.1926, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңауыл а., хәҙ. Яңауыл ҡ., — 10.5.1980, Әлмәт ҡ.), яҙыусы. ТАССР- ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1980). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1944—46 йй. һәм 1950 й. алып БАССР‑ҙың төрлө мәктәптәрендә эшләй, 1951 й. башлап ТАССР‑ҙа йәшәй: 1955—73 йй. Әлмәт нефть техникумында уҡыта, КПСС- тың Әлмәт ҡала ком‑ты лекторы, ҡала радио тапшырыуҙарының баш мөхәррире. С. ижадына мөхәббәт, тоғролоҡ, тарих һәм киләсәк алдында бурыс, яуаплылыҡ т‑да лирик уйланыуҙар хас. “Бәхетте алдан әйтеү” (1974), “Мөхәббәт менән һынау” (1975), “Ҡыҙыл ҡауырһындар” (1976; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәре юғары гражданлыҡ, Ватанға һөйөү тойғоһо м‑н һуғарылған. “Ер күсәре” (1966— 67) поэмаһы, “Салауатҡа һәйкәл”, “Өфө — йәшлегем минең”, “Янғантау”, “Тәбиғәт”, “Тыуған ауылым ямғырҙары” (бөтәһе лә — татар телендә) шиғырҙары Башҡортостанға арналған. С. исеме м‑н Яңауылда, Үрге Тәтешлелә, Ҡазанда урамдар аталған; Әлмәттә урамға, китапханаға уның исеме бирелгән, бюст ҡуйылған. ТР‑ҙа С. ис. әҙәби пр. һәм стипендия булдырылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Дикая рябина: повесть и рассказы. М., 1986; Со звёздами наедине: стихи. Казань, 2006; Гөлбадран: повесть, хикәяләр, юлъязмалар. Казан, 1986.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019