Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨНЧӘЛӘЙ (Сөнчәләев) Сәғит Хәмиҙулла улы

Просмотров: 367

СӨНЧӘЛӘЙ (Сөнчәләев) Сәғит Хәмиҙулла улы, С ө н ч ә л ә й С. [25.8. 1888 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.12. 1888 йәки 2.8.1889), Һарытау губ. Иҫке Мәстәк а. — 27.10.1937, Соловки], шағир. Ш.Сөнчәләйҙең ҡустыһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыған (1907—08). Пермь губ. Һарыш һәм Солтанай аа. (Пермь крайы Барҙы р‑ны) земство мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй, 1915 й. алып Өфө ҡала китапханаһында бүлек мөдире; 1917—18 йй. “Ауыл халҡы” һәм “Көрәш” гәз. хеҙм‑ре. 1919—22 йй. РСФСР Милләттәр эштәре б‑са ХК‑ның Ҡырым АССР‑ындағы вәкиле. 1923 й. башлап БАССР Мәғариф ХК‑нда коллегия ағзаһы һәм бүлек мөдире, 1925 й. — Өфө художество музейы дир.; 1926 й. алып Төркиәлә РСФСР-ҙың сит илдәр ХК‑ы тәржемәсеһе; 1927—29 йй. Башҡ. сәнғәт техникумы директоры. 1908 й. Ҡазанда башҡ. легендаһы мотивтары б‑са яҙылған “Күҙ йәштәре күле” (татар телендә) китабын баҫтыра. “Сәғит Сөнчәләй шиғырҙары” (1913), “Революцион шиғырҙар” (1919) шиғри йыйынтыҡтары, пьесалар, хикәйәләр авторы. Репрессиялана (1929), атыла. 1958 й. аҡлана.

Ә ҫ ә р ҙ.: Әсәрләр һәм хатлар. Казан, 2005.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019