Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПАРТАК, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 325

СПАРТАК, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Спартак а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 16 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡоро Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 111 кеше; 1939 — 965; 1959 — 1269; 1989 — 926; 2002 — 932; 2010 — 924 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Спартак” с‑зы ойошторолоуға бәйле дворян Ляховтарҙың имениеһы урынында совхоздың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. 20 б. башында нигеҙләнгән Братцевский ҡасабаһы м‑н хәҙ. исемдәге бер ҡасабаға ҡушылған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019