Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАРЦИН, Бөрө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 368

СТАРЦИН, С т а р и ц и н, Бөрө р‑нындағы ауыл, Калинники а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 71 км алыҫлыҡта Старица күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 412 кеше; 1920 — 576; 1939 — 552; 1959 — 326; 1989 — 221; 2002 — 255; 2010 — 263 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 17 б. уртаһында Успение ир‑егеттәр монастыры ерҙәрендә Монастырь Дыуанайҙары исеме м‑н монастырь крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 69 йортта 506 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, училище, 7 бакалея кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, дәүләт һаҡлыҡ кассаһы булған почта бүлексәһе, тимерлек, 2 кирбес з‑ды, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Шулай уҡ Спасский исеме м‑н билдәле булған. 30‑сы йй. алып Старицин булараҡ теркәлә, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. А.П.Старцев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019