Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕПАНОВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 364

СТЕПАНОВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 139 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 284 кеше; 1920 — 309; 1939 — 298; 1959 — 318; 1989 — 178; 2002 — 179; 2010 — 122 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бөрө өйәҙендә, фаразланыуынса, ш. уҡ өйәҙҙең Ключи а. кешеләре нигеҙ һала, 1880 й. алып ҡасаба булараҡ билдәле. 1896 й. 43 йортта 255 кеше йәшәгән. Часовня булған. 1906 й. (хәҙ. статус) ш. уҡ тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. С. (Ключевка) булараҡ иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019