Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТЕПНОЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 386

СТЕПНОЙ, Ҡ а р а һ ы у, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 241 кеше; 1959 — 570; 1989 — 677; 2002 — 763; 2010 — 756 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Аҡъяр с‑зы ойошторолған ваҡытта Ҡараһыу йәйләүе урынында с‑здың Беренсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. Икенсе исеме гидронимдан алынған. 1943 й. алып Аҡъяр ярҙамсы хужалығы ҡасабаһы, 50‑се йй. аҙ. — Медногорск комб‑тының “Рудник” совхозы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 60‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019