Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕБАШ, ауыл, Стәрлебаш р‑нының үҙәге

Просмотров: 361

СТӘРЛЕБАШ, ауыл, Стәрлебаш р‑нының (1932—63 йй. һәм 1964 й. алып) һәм Стәрлебаш а/с үҙәге. Өфөнән К. 182 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында; Стәрлетамаҡ— Стәрлебаш—Фёдоровка, Ҡырғыҙ- Миәкә—Стәрлебаш, Ҡырғыҙ-Миәкә— Тәтер‑Арыҫлан—Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ— Стәрлебаш—Тәтер‑Арыҫлан автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,6; 1920 — 2,6; 1939 — 3,7; 1959 — 2,4; 1989 — 5,5; 2002 — 5,7; 2010 — 5,9. Татарҙар йәшәй (2002). “Газ‑Сервис” ААЙ‑ның филиалдары урынлашҡан; урман хужалығы, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы эшләй; ПУ, 2 урта мәктәп, ш. иҫ. Стәрлебаш урта мәктәбе №1, башланғыс һәм музыка мәктәптәре, коррекция мәктәп‑интернаты, 4 балалар баҡсаһы, Балалар ижады йорто, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (татар халыҡ театры), 2 мәсет бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1751 й. Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәргә Сәйет посадынан (ҡара: Сәйет биҫтәһе) сауҙагәр татарҙар, 1809 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттарының ерҙәренә мишәрҙәр килеп ултырған, 1834 й. ш. уҡ керҙәш башҡорттар теркәлгән. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 100 йортта 733 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, Стәрлебаш мәҙрәсәһе, 30 училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. 1‑се Стәрлебаш һәм 2‑се Стәрлебаш булараҡ иҫәпкә алынған. Р.С.Ғиззәтуллин, З.Й.Ҡунаҡҡужин, Туҡаевтар, М.М.Әхмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019