Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЙЫНСЫ‑НИКОЛАЕВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 569

СУЙЫНСЫ‑НИКОЛАЕВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Суйынсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Суйынсы й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 519 кеше; 1920 — 599; 1939 — 699; 1959 — 581; 1989 — 524; 2002 — 506; 2010 — 558 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1794 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Өршәк‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы суҡындырылған сыуаштар Николаевка (Суйынсы) исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 53 йортта 296 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, күн эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1898 й. төҙөлгән), мәктәп, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019