Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЙЫНСЫ‑СУПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл

Просмотров: 644

СУЙЫНСЫ‑СУПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 153 км алыҫлыҡта Кесе Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 176 кеше; 1920 — 528; 1939 — 709; 1959 — 523; 1989 — 247; 2002 — 232; 2010 — 137 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Супан исеме м‑н нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1795 й. 22 йортта 130 кеше йәшәгән, 1866 й. 38 йортта — 138 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1901 й. бында Бәләбәй өйәҙе (хәҙ. Дәүләкән р‑ны) Суйынсы а. кешеләре урынлаша. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Б.Х.Ғиззәтуллин, Х.Н.Ғиззәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019