Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 459

СУЛПАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 112 кеше; 1959 — 270; 1989 — 152; 2002 — 144 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Халҡы “Красный клин” ЯСЙ‑нда эшләй. Клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Таһир с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың Беренсе Сталин бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 40‑сы йй. алып Ҡыҙыл с‑зының Беренсе Сталин бүлексәһе ҡасабаһы, 60‑сы йй. аҙ. — Ҡыҙыл с‑зының Беренсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019