Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУЛЫМ‑ТӨРКИ ТЕЛЕ

Просмотров: 429

 СУЛЫМТӨРКИ ТЕЛЕ, с у л ы м т е л е, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Сулымдарҙың милли теле. Томск өлк. Асин, Зырян, Тегульдет р‑ндарында, Красноярск крайының Тюхтет р‑нында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 300‑гә яҡын кеше (2002). Хаҡас теленә яҡын. Хәҙ. С.‑т.т. көндәлек аралашыу теле булып тора. 2 диалекты бар: түбәнге сулым һәм урта сулым (тутал һәм мелет һөйләштәре бар). С.‑т.т. фонетикаһына бер ижекле, мәҫ., “о:т” (үт), “то:с” (туҙ), һәм ике ижекле һүҙҙәрҙә этимологик оҙон һуҙынҡыларҙың булыуы хас, мәҫ., “са:рығ” (һары), “е:жик” (ишек). Теләк һөйкәлеше ‑ар е:ди һәм ‑лық е:ди формалары м‑н бирелә, мәҫ., “ман алар е:дим” һәм “ман аллыҡ е:дим” (мин алыр инем). Исемдәрҙең юҡлығы “чоғул” (нимәнеңдер юҡлығын аңлата) һәм “äмäс” (предметтың, заттың, объекттың ҡайһы бер класс объекттарында булыуын инҡар итеү) киҫәксәләре м‑н бирелә, мәҫ., сулым‑төрки телендә “суғ чоғул” — башҡортса “һыу юҡ”, “суғ äмäс” — “һыу түгел”. С.‑т.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; монгол теленән, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Һөйләм киҫәктәре урынлашыуының фиксацияланған моделе, теркәүесһеҙ һөйләмдәрҙең булмауы С.‑т.т. синтаксисын айырып торған билдәһе булып тора.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019