Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫРТЛАНОВ Рәүил Шаһихәйҙәр улы

Просмотров: 376

СЫРТЛАНОВ Рәүил Шаһихәйҙәр улы [29.10.1877, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – 20.6.1916, Витебск губ. Скробово а. янында, тыуған яғында ерләнгән], хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1916). Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән, Ш.Ш.Сыртлановтың улы, Ғ.Ш.Сыртлановтың ҡустыһы. 1904–05 йй. рус‑япон һуғышында һәм Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 2‑се Ырымбур кадет корпусын, Михаил артиллерия уч‑щеһын (1898), Ген. штабтың Николай акад. (1905; икеһе лә – С.‑Петербург) тамамлаған. 1895–1916 йй. рус армияһында. 1898 й. алып лейб‑гвардия 3‑сө артиллерия бригадаһында, 1905 й. дек. – 1‑се Ташкент резерв батальонында, 1907 й. – 1‑се Төркөстан армияһы корпусы штабында, 1912 й. майынан Төркөстан хәрби округы штабында хеҙмәт итә, сент. алып Алексей хәрби уч‑щеһында (Мәскәү) уҡыта. 1915 й. окт. башлап 22‑се пехота див. штаб нач. вазифаһын башҡарыусы, 1916 й. башынан – 166‑сы Ровно пехота полкы командиры. 20 июндә Скробово а. янында С. полкы м‑н дошмандың нығытылған позицияһына һөжүмгә барғанда һәләк була. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1917), 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1905) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1912) орд. м‑н бүләкләнгән.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019