Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫУАЛКИП, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 634

СЫУАЛКИП, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сыуалкип а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 38 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Сыуалкип й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1605 кеше; 1920 – 1400; 1939 – 1011; 1959 – 1153; 1989 – 616; 2002 – 538; 2010 – 451 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп урынлаша. 1795 й. 239 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 155 йортта – 837 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, быйма баҫыу, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, 3 бакалея кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. Ә.А.Зыятдинов, Ә.К.Мәзитова, З.Х.Саҙретдинов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019