Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЫУАШ ФОЛЬКЛОРЫ

Просмотров: 376

СЫУАШ ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы сыуаштары фольклорының жанрҙары күп төрлө (эпик әҫәрҙәрҙән тыш). Йыйылған материалдың байтаҡ өлөшөн тылсымлы, йәки героик, тормош‑көнкүреш, хайуандар т‑дағы әкиәттәр (юмах, халап) тәшкил итә. Легендалар, тарихи риүәйәттәр, йомаҡтар (тупмалли юмах), мәҡәл һәм әйтемдәр (ваттисен самахесем, каларашсем) киң таралған. Йыр фольклоры (юра) күп төрлө: хеҙмәт т‑да, туй, иҫкә алыу, рекрут, ҡунаҡ, тарихи, мөхәббәт, әйлән‑бәйлән, уйын, шаян йырҙар, балладалар һ.б. Таҡмаҡ С.ф. ҙур урын алып тора. Ғәҙәттә, бер тауыш м‑н башҡаралар. Дуэт, ике тауыш һәм күп тауыш м‑н йырлау башлыса урыҫ, мордва, украин һ.б. муз. фольклоры йоғонтоһонда үҫешә. С.ф. Сыуашстанда хәҙер осрамаған күп төрлө архаик муз.‑фольклор күренештәре һаҡланған, мәҫ., йола комплекстары (вайа, уяв, нартукан, сумар чук һ.б.), йола йырҙарында йыш ҡабатланған христиан диненә тиклемге (мәжүси) сағыу итеп бирелгән сюжет мотивтары һ.б. Башҡ. һәм татар фольклоры йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән йыр‑бәйеттәрҙең (саҡ‑суҡ) киң йәшәп килеүе С.ф. үҙенсәлеге булып тора. Бейеү (таша) халыҡ ижадының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Йыр һәм бейеүҙәре музыка ҡоралдарында уйнау м‑н ҡушып башҡарыла: ҡыуыҡ (шапар), көснә (кесле), скрипка (серме купас), һыбыҙғы (шахлич), барабан (параппан) һ.б. Фәнни әҙәбиәттә С.ф. тәүге тапҡыр В.А.Мошковтың “Волга‑Кама крайының башҡа милләт халыҡтарының музыкаль ижадын характерлар өсөн материалдар” (“Материалы для характеристики музыкального творчества инородцев Волжско‑Камского края”; 1893) хеҙмәтендә яҡтыртыла, унда Урал‑Волга буйы халыҡтарының муз. фольклоры м‑н бер рәттән Өфө губернаһында тыуып үҫкән Варшава хәрби округының һалдаттарынан яҙып алынған сыуаш йырҙары ла ингән. Башҡ‑н сыуаштары йырҙарының ҡайһы бер өлгөләре Н.И.Ашмариндың “Ҡазан, Сембер, Өфө губерналарында яҙып алынған сыуаш йырҙары йыйынтығы”на (“Сборник чувашских песен, записанных в губерниях Казанской, Симбирской и Уфимской”; 1900) һәм “Сыуаш халыҡ йырҙары мотивтарының өлгөләре һәм уларға текстар” (“Образцы мотивов чувашских народных песен и тексты к ним”; 2‑се бүлек, 1912; төҙөүсеһе П.В.Пазухин) китабына ингән. 20 б. башында крайҙа С.ф. йыйыу һәм өйрәнеү м‑н Г.И.Комиссаров шөғөлләнә, ул йыйған материалдың бер өлөшө Сыуаш гуманитар фәндәр ин‑тының (Чебоксар) фәнни архивында һаҡлана, ҡайһы берҙәре ваҡытлы матбуғатта баҫылып сыҡҡан. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарҙан яҙып алынған бер нисә сыуаш йыры “Рәсәй хәрби әсирҙәре йырҙары” (“Песни российских военнопленных”; 1926, немец телендә) йыйынтығында баҫылған. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте (1929) эргәһендәге сыуаш секцияһы хеҙм‑рҙәре фәнни экспедициялар ваҡытында сыуаш фольклорының төрлө жанрҙары өлгөләрен йыйыуҙы тормошҡа ашыра. 30–50‑се йй. С.ф. йыйыу м‑н Ф.Н.Вуколов‑Эрлик, С.М.Максимов, П.А.Петров‑Туринге, И.В.Салтыков, Я.Ухсай, П.А.Фёдоров‑Минюк һ.б. шөғөлләнә. 60‑сы йй. алып фольклор б‑са тикшеренеүҙәр Сыуаш гуманитар фәндәр ин‑ты хеҙм‑рҙәре тарафынан алып барыла, уларҙың 1962 й., 1987 й. экспедиция материалдары “Сыуаш халыҡ ижады” (“Чувашское народное творчество”; 1973–1987, сыуаш телендә) баҫмаһына, “Урал буйы сыуаштары” (“Чуваши Приуралья”; 1989) китабына ингән. Ҡайһы бер фольклор әҫәрҙәре М.Г.Кондратьев тарафынан “Түбән яҡ сыуаштары йырҙары” (“Песни низовых чувашей”; 1982) йыйынтығында баҫтырылған. Ҡушымтала ноталары м‑н бирелгән С.ф. айырым йыр өлгөләре венгр ғалимдары Л.Викар һәм Г.Берецки әҙерләгән сыуаш йырҙары йыйынтығы томына индерелгән (1979). 90‑сы йй. алып С.ф. йыйыу һәм өйрәнеү эштәре СДПА‑ла (И.Е.Карпухин, Л.В.Власова, Л.А.Афанасьева һ.б.), ш. уҡ Башҡ‑н тыуған яҡты өйрәнеүселәре (В.Г.Цветков, А.П.Михайлов, Л.А.Мәүлитова, В.А.Иванова, Л.А.Фёдоров һ.б.) тарафынан алып барыла.

И.Г.Петров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019