Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЮТКИН Пётр Иванович

Просмотров: 442

СЮТКИН Пётр Иванович [31.12. 1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Армянинов а. — 14.8.1954, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл эшселәр ҡсб, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Холодный Ключ ҡсб ерләнгән, ш. уҡ р‑ндың Калегин а. күсереп ерләнгән], танкист, майор. Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Горький танк уч‑щеһын (1944), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1953) тамамлаған. 1938— 41 йй. Ҡалтасы р‑нының Күтәрем а. уҡытыусы булып эшләй. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1944 й. сент. башлап 2‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се механизацияланған корпустың 41‑се гвардия танк бригадаһының взвод ком. гвардия лейт. С. 1945 й. 17 апр. Брно ҡ. (Чехословакия) янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Суворов уч‑щеһында офицер‑тәрбиәсе (Ставрополь ҡ.). Ленин (1946), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Калегин төп белем биреү мәктәбе ихатаһында С. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019