Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘССАМДАР ИЖАДИ СОЮЗЫ

Просмотров: 681

РӘССАМДАР ИЖАДИ СОЮЗЫ, рәссамдар, дизайнерҙар, фотографтар, сәнғәт тәнҡитселәренең ижади берекмәһе. 1995 й. Өфөлә ЮНЕСКО‑ның Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 2005 й. алып БР Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының Төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Төп маҡсаты һәм бурыстары — рәссамдарҙың йәмғиәттәге ролен күтәреүгә, һынлы сәнғәттә традициялар һәм новаторлыҡ тенденциялары үҫешенә булышлыҡ итеү, Союз ағзаларының проф. мәнфәғәттәрен яҡлау. Союз художество конкурстары, күргәҙмәләр (ш. иҫ. 2 йылға 1 тапҡыр — отчёт), ижади дачалар (Геленджик ҡ.; 2008, 2009, 2010) ойоштора һәм үткәрә, балаларҙың художество ижадын, йәш белгестәрҙең проф. оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итә, Рәсәйҙең уҡыу йорттары м‑н ижади һәм фәнни бәйләнеш булдыра, нәшер итеү эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә. Союз халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, респ., ш. иҫ. Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәттә вафат булғандарҙың (Юберлинген ҡ., Германия, 2003) иҫтәлегенә арналған “Кугат” (Мәскәү, 1997), “Рәсәйҙең хәҙерге заман сәнғәте” (2005, 2006), “Сәнғәт бөгөн” (2009), “БР рәссамдарының ижади союзына — 15 йыл” (2010; бөтәһе лә — Мәскәү), күргәҙмәләрендә һәм конкурстарында, ш. иҫ. пластика сәнғәте конкурсында (Денизли ҡ., Төркиә, 1998), ҡатнаша. Юғары етәксе органы — йыйылыш (йылына 5 тапҡыр), башҡарма органы — идара (2004 й. алып рәйесе — С.Б.Краснов). Составында 141 ағза (2009). Идара президенттары: Е.Ф.Журавлёва (1995 й. алып), М.Х.Дәүләтйәров (2001 й. алып), В.В.Пегов (2002 й. алып).

Әҙәб.: Современное искусство России. Творческий союз художников России. М., 2006.

Л.И.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019