Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы

Просмотров: 449

РӘХИМОВ Камил Йосоп улы (25.8.1900, Севастополь ҡ. — 25.2.1978, Өфө ҡ.), композитор, фольклорсы, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). Композиторҙар союзы ағзаһы (1943 й. алып). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1929) Башҡ. драма театрының музыка бүлеге мөдире, 1930—38 йй., 1945—47 йй. БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Республика радиолаштырыу комитетының музыка мөхәррире. 1938 й. репрессиялана, БАССР‑ҙың Бөрйән районы Иҫке Собханғол а. һөргөндә була. 1943— 45 йй. Өфө гарнизоны оркестры музыканты, 1948—53 йй. БАССР Композиторҙар союзының яуаплы секретары, бер үк ваҡытта 1947—57 йй. БАССР МС‑ы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ эргәһендәге фольклор кабинетында эшләй. 1977 й. аҡлана.

  Башҡ. профессиональ музыкаһына һәм музыкаль фольклористикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Р. сәнғәтенә жанрҙар һәм темалар төрлөлөгө, милли музыкаль телдең интонацияларын һәм ритмдарын үҙенсәлекле сағылдырыу хас. Әҫәрҙәре араһында тынлы оркестр өсөн “Башҡортостандың ун йыллығына” (“К десятилетию Башкирии”; 1928) маршы, Башҡ. темаларына фантазия (1935), “Лирик пьеса” (“Лирическая пьеса”; 1945), Скерцо (1968; бөтәһе лә — халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн), симфоник оркестр өсөн ике концерт вальсы (1956), баянсылар ансамбле өсөн бейеү сюиталары һ.б. Вокаль музыка әҫәрҙәре лиризм һәм моңлолоҡ, бай һүрәтләү саралары менән айырыла: М.Сөндөклө шиғырҙарына “Йәй” кантатаһы (1955) һәм “Дуҫлыҡ тураһында кантата” (1957; Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыуға арналған), башҡ. һәм тат. шағирҙары шиғырҙарына 150‑нән ашыу йыр һәм романс. Балалар музыкаһы әҫәрҙәре араһында — инструменталь пьесалар, йырҙар, хор әҫәрҙәре. Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”, Лопе де Веганың “Һарыҡ шишмәһе” (“Овечий источник”; икеһе лә — 1930), А.С.Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”; 1934) поэмаһы буйынса шул уҡ исемле спектаклдәренә музыка; башҡорт халыҡ инструменталь көйҙәре һәм йырҙары “Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Ҡара юрға”, “Салауат”, “Һандуғас”, шулай уҡ Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең бейеү номерҙары өсөн “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Зарифа” һ.б. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре авторы. Башҡортостан (1945—49) һ.б. өлкәләр (1960—70) буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнашҡан. 400‑гә яҡын башҡорт, сыуаш, татар, урыҫ халыҡ йырын яҙып алған һәм нотаға һалған, уларҙың ҡайһы берҙәре “Башҡорт һәм татар йырҙары” (“Башкирскиеи татарские песни”; “Йыйынтыҡ №1” булараҡ билдәле; төҙөүсеһе Ғ.Х.Йәнекәев; ӨДСА‑ла һаҡлана; бер варианты — Ғилми архивта) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән. Республика радиолаштырыу комитеты эргәһендәге музыкаль ансамблдәрҙе, оркестрҙы, хорҙы ойоштороусы. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән хеҙмәттәшлек иткән. Өфө ҡ. Р. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Йыр һәм музыка дәрестәре. Өфө, 1967 (авторҙ.).

Әҙәб.: Баширов М.З. Камиль Рахимов: очерк о композиторе. Уфа, 1967.

Х.С.Ихтисамов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.08.2022