Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РӘШИТОВА Таңһылыу

Просмотров: 401

РӘШИТОВА Таңһылыу (Сәғиҙә Фари ҡыҙы) [1.1. 1905, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 21.2. 1988, Өфө], актриса. БАССР- ҙың халыҡ (1940) һәм атҡ. (1935) артисы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; В.Мортазин‑Иманский, М.Ә.Мәһәҙиев курсы). 1924—70 йй. БАДТ актрисаһы. Героиняһының образына тулыһынса инеү, сағыу артислыҡ һәләтенә, музыкаллеккә эйә була. Таңһылыу ролендәге уңышлы дебюты (“Ашҡаҙар”, М.А.Буранғолов) Р. сәхнә исемен һәм ижадының тәүге осорондағы лирик‑романтик йүнәлеште билдәләй: Шәүрә (“Шәүрәкәй”, Буранғолов), Сәрүәр (“Башмағым”), Ғәлиәбаныу (М.Фәйзиҙең ш. уҡ исемле драмаһы), Ынйыҡай (“Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Х.Ғ.Ғәбитов) һ.б. Драматик, трагик, комик ролдәрҙе башҡара: Дездемона (“Отелло”, У.Шекспир), Амалия (“Юлбаҫарҙар” — “Разбойники”, Ф.Шиллер), Марья Антоновна (“Тикшереүсе” — “Ревизор”), Агафья Тихоновна (“Өйләнеү” — “Женитьба”; икеһе лә — Н.В.Гоголь), Анна Таланова (“Ябырылыу” — “Нашествие”, Л.М.Леонов). Актрисаның һуңғыларының береһе булған Шәмсинур роле (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев) тәрән драматизм м‑н айырыла. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

Әҙәб.: З ө б ә и р о в Ә.Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928; М ә һ ә ҙ и е в М. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019