Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОК МУЗЫКАҺЫ

Просмотров: 364

РОК МУЗЫКАҺЫ, популяр музыканың бер йүнәлеше. 20 б. 50—60‑сы йй. Бөйөк Британияла һәм АҠШ‑та барлыҡҡа килә. Р.м. мөһим билдәләре: блюздың интонация ҡоролошона һәм композицияһына нигеҙләнеү, пентатоника элементтары булыуы, ритм һәм гармонияның көйҙән өҫтөнлөк итеүе, вокалдың һәм музыка ҡоралының көслө экспрессивлығы. Динамик интенсивлығы б‑са — ауыр рок, йомшаҡ рок; төрлө музыка традициялары м‑н бәйләнеше б‑са — фолк‑рок, афро‑рок, джаз‑рок, барокко‑рок; мәҙәниәт системаһында тотҡан урыны б‑са коммерциялы поп‑рок һәм элитар рок‑авангард йүнәлештәре айырыла. Башҡортостанда Р.м. 60‑сы йй. уртаһында үҫеш ала һәм бик күп вокаль‑инструменталь ансамблдәрҙең формалашыуы м‑н характерлана. Улар араһында студенттарҙың һәүәҫкәр коллективтары өҫтөнлөк итә: “В.Ахрамович һәм К°” (“В.Ахрамович и К°”), “Прометей”, “Ритм—68”, “Икенсе һулыш” (“Второе дыхание”), “Пилигримдар” (“Пилигримы”; бөтәһе лә — ӨАИ), “Баҫҡыстар” (“Ступени”; ӨНИ), “Ҡыҙыл тәреләр” (“Красные кресты”; БДМИ), “Орфей” (ӨДСИ), ш. уҡ “Күк күкрәтеүселәр” (“Кузнецы грома”), “Эльфтар” (“Эльфы”) һ.б. Репертуарҙары совет комп. эстрада йырҙарынан, төркөм ағзаларының үҙҙәре яҙған әҫәрҙәрҙән тора. Бейеү майҙансыҡтарында сығыш яһаған коллективтарҙың ижады идея‑сәйәси йәһәтенән әллә ни тикшерелмәй: Өфө резина‑техник изделиелар з‑дының мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Бардтар” (“Барды”, етәксеһе А.Ерёмин), “Бисквиттар” (“Бисквиты”, И.Селюков), “Наташа” (А.Голубев), “Ҡояш ҡуяндары” (“Солнечные зайчики”, В.Свинтицкий), “Азамат”, Өфө агрегат производство берекмәһенең “Авангард” мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Калейдоскоп”, “Йәштәр һарайы” мәҙәниәт һарайы эргәһендәге “Эҙләү” (“Поиск”), “Спутник” физик культура йорто эргәһендәге “Йәшлек” (“Юность”) һ.б. ансамблдәр. 70‑се йй. уртаһында Р.м. рәсми булмаған тыйыу арҡаһында ҡайһы бер төркөмдәр башҡа ҡалаларға китергә мәжбүр була (“ДДТ” рок‑группаһы, етәксеһе Ю.Ю.Шевчук), коллективтар тарҡала (“Күк күкрәтеүселәр” — “Кузнецы грома”), вокаль‑инструменталь ансамблдәр булып үҙгәрә (“Һелтеле мөхит” — “Щелочная среда”), ҡайһы берҙәре йәшерен рәүештә сығыш яһай башлай. Респ. 80‑се йй. уртаһында Р.м. яңынан тергеҙелә. Был осорҙа Р.м. м‑н ҡыҙыҡһыныу көсәйә, әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһенә революцион, киҫкен актуаль характер хас була, Р.м. конкурстары һәм фестивалдәре үткәрелә, рок‑клубтар асыла. Популярлыҡ яулаған “Антракт” (етәксеһе Ю.Петров), “ЧК” (Н.Уфимцев), “Һелтеле мөхит” (“Щелочная среда”, В.Шишкин), “Рок‑архив” (И.Гриднев), “Флаг” (В.Сенчилло) рок‑төркөмдәренең ижады үҙ стилен эҙләү һәм башҡарыу оҫталығын камиллаштырырға ынтылыу м‑н айырылып тора. Башҡ. Р.м. тарихында 90‑сы йй. 2‑се ярт. “Дәрүиш” төркөмөнөң (етәксеһе А.М.Ғәббәсов) барлыҡҡа килеүе ҙур ваҡиға була, уларҙың музыкаһында башҡ. мелосының нигеҙҙәре Р.м. традициялары м‑н оҫта яраша. 20 б. аҙ. “Йылан йылы” (“Год змеи”), “Земфира” (ҡара: Земфира), “Lumen”, “Калипсо”, “Ниҙер” (“Нечто”) һ.б. төркөмдәр; Р.м. концерттары һәм фестивалдәре, ш. иҫ. “Полигон” (Стәрлетамаҡ ҡ., 1987 й. алып), “Көньяҡ еле” (“Южный ветер”; Ишембай ҡ.) электр музыкаһының, “Май фритоникаһы” (“Майская фритоника”; Өфө) йәштәр музыкаһының традицион ҡала фестивалдәре, “Керәшен һыуыҡтары” (“Крещенские морозы”, Бөрө ҡ.; бөтәһе лә — 1995 й. алып) Асыҡ эстрада йырҙары һәм бейеүе фестиваль‑конкурсы, “Беҙҙең формат” (“Наш формат”; 2000 й. алып) Төбәк‑ара рок‑фестивале, “Беҙҙекеләрҙе бел!” (“Знай наших!”; 2002 й. алып) Ҡала, “Castle Rock” (2007 й. алып; бөтәһе лә — Өфө) Респ. фестивалдәре һ.б. популяр булып китә. Рок‑фестиваль сиктәрендә наркотиктарға, терроризмға ҡаршы, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән хәйриә эшмәкәрлеге, акциялары ойошторола. Респ. рок мәҙәниәте үҫешендә “Навигатор” клубы эргәһендәге продюсерлыҡ үҙәгенең эшмәкәрлеге ҙур роль уйнай. БР‑ҙа 2000 йй. Р.м. стиль ағымдары диапазоны традицион рок‑н‑ролл, хард‑рок, фолк‑рок, панк‑рок, поп‑рок, фанк‑рок, металл‑рок, джаз‑рок һ.б. үҙ эсенә ала. Р.м. стилистикаһы акад. муз. жанрҙарында ла ҡулланыла (Р.Х.Ғәзизов, С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов һ.б.).

Л.Ҡ.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019