Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОМАНОВ Анатолий Никитович

Просмотров: 357

РОМАНОВ Анатолий Никитович (28.8.1926, Пенза өлк. Усть‑Вазерки а. — 20.3.2012, Өфө, Иглин р‑нының Ауструм а. ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1996). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һынлы сәнғәт студияһын тамамлағандан һуң (Хабаровск ҡ., 1950) Хабаровскиҙың төрлө төҙөлөш ойошмаларында эшләй. 1962 й. алып эксперименталь‑ремонт з‑дында, 1977 й. — 1‑се юл ремонтлау‑төҙөү идаралығында (икеһе лә — Өфө) биҙәүсе рәссам, 1997 й. башлап Иглин р‑ны хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге методисы. Р. ижадына үҙенсәлекле, асыҡ образдар, төҫтәр хәл ителешенең килешле булыуы хас. Башлыса пейзаж (“Быуа”, 1979; “Йүрүҙән”, 1988; “Ҡыш”, 2007), натюрморт (“Георгиндар”, 1988; “Ҡәйнәгә ҡунаҡҡа”, 1990) һ.б. жанрҙарҙа эшләй. Смальта һәм йылға ҡабырсаҡтары ҡулланып, мозаика техникаһында иконалар эшләй, ҡайһы берҙә уны майлы рәсем сәнғәте м‑н берләштерә (“Изге мученица Татьяна”, 1989; “Фёдоров богоматеры”, 1990). “Таң” клубы ағзаһы (1981). Искра а. картиналар галереяһын аса (1990), Р. инициативаһы м‑н Ауструм а. Спас Нерукотворный православие ҡорамы төҙөлә (2004; икеһе лә — Иглин р‑ны). 1981 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1981, 1983, 1990, 1992, 1994, 1996—99, 2003—09), Нефтекама (1991), Мәскәү (1994), Дүртөйлө (1996), Силәбе (2000) ҡалалары һ.б. Эштәре Аксаков музейы, Ленин В.И. йорт‑музейы, Хәрби дан музейы, Эске эштәр министрлығы музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа; иконалары БР‑ҙың һәм РФ‑тың ҡорамдарында һаҡлана. Респ. үҙешмәкәр рәссамдар һәм халыҡ биҙәү‑ҡулланма сәнғәте оҫталары күргәҙмәләре (Өфө, 1981, 1984, 1989), Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Өфө, 1987) лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). Р. исеме 4‑се Иглин урта мәктәбенең күргәҙмә залына бирелгән.

Әҙәб.: Изба‑музей Романова А.Н. / авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 1991; След на земле. Сельская картинная галерея Иглинского района /сост. Л.В.Егорова. Иглино, 2008.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019